7 августан 8 авгусҡа ҡараған төндә Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылында балиғ булмаған ҡатнашлығында үлемесле авария теркәлде.
Баймаҡ эске эштәр бүлегенең тикшереү-оператив төркөмө шуны билдәләне: үҫмер төнгө ун берҙән һуң "Vento RX" мопедында урамға йөрөргә сыҡҡан. Ул транспорты менән идара итә алмай ике йәйәүлегә барып төкөгән. Үҫмер үҙе мопеды менән аунаған. Үкенескә ҡаршы, үҫмер авария урынында һәләк булған. Йәйәүлеләр төрлө кимәлдәге йәрәхәттәр алған.
2024 йылда полиция хеҙмәткәрҙәре мотоцикл (скутер, мопед) ҡатнашлығында 97 юл ҡағиҙәһен боҙоу теркәлгән, 57 мотоцикл тартып алынған.
33 ата-әсәгә РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына ярашлы 30 -шар мең һум штраф һалынған. Шулай уҡ улар ата-әсә бурысын үтәмәгән өсөн дә яуап бирҙе.
Балиғ булмағандарға ҡарата 68 протокол төҙөлдө. Ике осраҡта үҫмерҙәр руль артына эскән килеш ултырған ине.
Ата-әсәләрҙең балаларына мотоцикл, мопед, скутерҙарҙа йөрөргә рөхсәт итеүе авариялар сәбәпсеһе була. Юл ҡағиҙәләрен белмәгән үҫмерҙәр үҙҙәренең дә, башҡаларҙың да ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя.
Бынан тыш, хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, балиғ булмағандарға ҡарата комендант сәғәте бар.Улар ата-әсәһеҙ (ололарһыҙ) төнгө ундан һуң тышҡа сығырға тейеш түгел.
Эдуард Әһлиуллин, Баймаҡ эске эштәр бүелеге начальнигы урынбаҫары.