Новости
7 Август 2024, 13:25

Ҡурайсыға - һәйкәл

Йомабай Иҫәнбаевты данлап...

Ҡурайсыға - һәйкәлҠурайсыға - һәйкәл
Ҡурайсыға - һәйкәл

Тантаналы сара 17 августа Хәйбулла районында Түңгәүер ырыуы съезы сиктәрендә үтәсәк. Был көндә ҡурайсылар концерты планлаштырылған. Йомабай Иҫәнбаев (1891-1943) — сит ил сәхнәләрендә - Францияла, Германияла, Швецияла, Бельгияла, Голландияла милли сәнғәтте күрһәткән, донъя кимәлендә башҡорт ҡурайын данлаған һәм төрлө халыҡтарҙы һоҡландырған беренсе башҡорт музыканты. Түңгәүер ырыуы башлығы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев һөйләүенсә, һәйкәл Аҡъяр мәҙәниәт һәм ял паркында ҡуйыласаҡ. Һәйкәл авторы - билдәле башҡорт скульпторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы Хәниф Хәбибрахманов.

Автор:
Читайте нас