Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
7 Август 2024, 10:00

Нәсимә Тимербулатова, Баймаҡ ҡалаһы: Ҡыуанысым ҙур: Баймағым төҙөкләнә

Ғүмер буйы Баймаҡта йәшәйем, ошонда тыуғанмын. Яҡынса ҡырҡ йылға яҡын башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләнем, мәғариф ветеранымын. Шуға күрә лә Баймаҡ тарихы, үҫеше минең өсөн яҡшы таныш. Элекке Баймаҡ менән хәҙергеһен сағыштырып ҡарайым да йәш быуынға ҡыуанам...Тулыраҡ беҙҙең сайтта: 

Нәсимә Тимербулатова, Баймаҡ ҡалаһы:

- Ғүмер буйы Баймаҡта йәшәйем, ошонда тыуғанмын. Яҡынса ҡырҡ йылға яҡын башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләнем, мәғариф ветеранымын. Шуға күрә лә Баймаҡ тарихы, үҫеше минең өсөн яҡшы таныш. Элекке Баймаҡ менән хәҙергеһен сағыштырып ҡарайым да йәш быуынға ҡыуанам. Уларға үҫеш өсөн шундай ҙур мөмкинлектәр бар. Теләһәң – спорт менән шөғөллән, теләһәң – фән үрҙәренә ынтыл. Ә ҡалабыҙ һуң? Баймаҡ көндән-көн матурая, үҫә, яҡшыра, халыҡ өсөн уңайлыҡтар булдырыла.

Беҙҙең быуын, йәшерәктәр яҡшы хәтерләйҙер, моғайын. Салауат Юлаев исемендәге мәҙәни һәм ял паркына инерлек тә түгел, ҡарға ояһына әйләнгән ине бит. Уларҙың бер туҡтауһыҙ ҡарҡылдаған тауышы бөгөн дә ҡолағымда сыңлай. Ә бөгөн һуң? Унда ҙур эштәр башланғыс алған. ”Аҡ ҡайындар” аллеяһынан үтеп, таҙа Таналыҡ йылғаһында буйында буласаҡ баҫманан Ҡара тауға ҡарап торорға хыялланам. Шаулап матур ағастар үҫеүен теләйем. Шунда эскәмйәлә ултырып, йылға тауышын, ҡоштар һайрағанын тыңлағым килә. Аллаға шөкөр, тормошобоҙ яҡшыра.

Нәсимә Тимербулатова, Баймаҡ ҡалаһы: Ҡыуанысым ҙур: Баймағым төҙөкләнә
Нәсимә Тимербулатова, Баймаҡ ҡалаһы: Ҡыуанысым ҙур: Баймағым төҙөкләнә
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас