Новости
7 Август 2024, 10:10

Денис Өмөтбаев

бик шәп сараға саҡыра

Денис ӨмөтбаевДенис Өмөтбаев
Денис Өмөтбаев

Урал аръяғында йәшәгән ҡымыҙ эшләүсе Денис Өмөтбаев «Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестиваленә саҡыра. Сара 15 һәм 16 августа Баймаҡ районының Граф күле буйында үтәсәк. Бында традицион Ҡымыҙ фестивале ойоштороласаҡ, унда ҡымыҙ эшләүселәрҙең республика конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ. Байрам ҡунаҡтары төрлө етештереүселәрҙең файҙалы эсемлектәрен тәмләп ҡарауҙан тыш, йылҡы һауыу буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә лә ҡатнаша ала. Ә кемдәрҙелер ҡымыҙсылар эшләгән үҙенсәлекле этикеткалар битараф ҡалдырмаҫ, моғайын. Мәҫәлән, Башҡортостанда булған һәм шифалы эсемлек тураһында һоҡланып һөйләгән бөйөк рус классиктары Александр Пушкин, Лев Толстой, Антон Чехов һүрәттәре менән биҙәлгәндәре бар.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас