+24 °С
Ямғыр
Өфөләге 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһының травматология бүлегенә һул янбаш һөйәгенең ябыҡ һыныуы менән 9 йәшлек малай килтерелгән. Ата — әсәһе әйтеүенсә, йәрәхәт велосипедта алынған. Ҡапыл йығылғанда бала һул аяғына уңышһыҙ төшә. Социаль селтәрҙәрҙә медицина учреждениеһының баш табибы Дилара Шаһиева хәбәр итеүенсә, баланың аяғын һаҡлап ҡалыу өсөн тиҙ арала кәрәкле ярҙам күрһәтелә.
Йәйге каникулда балалар айырыуса иғтибарҙы талап итә. Сөнки улар велосипедта йөрөй, уйламаған ерҙә уйнай. Был хаҡта балалар менән һөйләшегеҙ, уларға һаҡланыу сараларын өйрәтегеҙ