+24 °С
Ямғыр
Бөгөн "Һаҡмар" редакцияһы коллективы гәзитебеҙгә 2024 йылдың икенсе ярты йыллығына әүҙем яҙҙыртҡан ауыл биләмәһе башлыҡтарын, почтальондарҙы, йәмәғәтселәрҙе ҡунаҡҡа саҡырҙы. Был редакциябыҙҙың матур йолаһына әүерелгән. Шулай итеп йылына ике мәртәбә дуҫтарыбыҙ менән йыйылып, сәй табыны янында һөйләшеп, хәл-әхүәлдәрҙе һөйләшеп, төрлө темаларға рәхәтләнеп әңгәмәләшеп алабыҙ.
Баймаҡ башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ришат Ишембәтов башҡорт теленлә иғтибар, уны үҫтереүгә республика Башлығы Радий Хәбировтың ҙур иғтибар биреүен телгә алып, Башлыҡтың Гранттары хаҡында ла һөйләп үтте.
Районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан килгән дуҫтарыбыҙ менән аралашыуы бик тә әһәмиәтле һәм күңелле булды. Рәхмәт, дуҫтар!