Новости
6 Август 2024, 05:45

Ташҡын эҙемтәләре буйынса

эштәр дауам итә

Ташҡын эҙемтәләре буйынсаТашҡын эҙемтәләре буйынса
Ташҡын эҙемтәләре буйынса

Был хаҡта район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев яҙып сыҡты:

- Темәс ауыл советында авария-тергеҙеү эштәрен контролдә тотоуҙы дауам итәбеҙ.
Темәс ауылында Талашты йылғаһы аша күперҙе эшләнек, ул ҡойма ямғырҙар арҡаһында емерелгәйне. Шулай уҡ Темәс һәм Бетерә ауылдарында быуаларҙы йыуыу хәүефе барлыҡҡа килде. Бында плотиналарҙы таш менән нығыттыҡ.
Ишей ауылында ла ике күперҙе һыу алып китте. Бөгөн һыу үткәргес торбалар килтереү көтөлә, эштәр дауам ителәсәк.

Мәғлүм булыуынса, районыбыҙҙа ташҡындар башланып, Ишей, Бетерә, Темәс ауылдарында хәүефле хәл тыуғас, БР Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса районға Хөкүмәт комиссияһы килде. Барыһы ла урында ҡаралып, тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде.  

Ташҡын эҙемтәләре буйынса
Ташҡын эҙемтәләре буйынса
Ташҡын эҙемтәләре буйынса
Ташҡын эҙемтәләре буйынса
Ташҡын эҙемтәләре буйынса
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас