Новости
5 Август 2024, 05:25

Республика эшҡыуарҙары үҙ "сәғәттәрендә"

ниҙәрҙе хәл итә һәм ниндәй ярҙамға өмөт итә ала?

Республика эшҡыуарҙары үҙ "сәғәттәрендә"Республика эшҡыуарҙары үҙ "сәғәттәрендә"
Республика эшҡыуарҙары үҙ "сәғәттәрендә"

Башҡортостанда эшҡыуарлыҡ әүҙемлеге арта. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының берҙәм реестры мәғлүмәттәре буйынса, республикала бәләкә һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны бер йылда 5 проценттан ашыуға артҡан, был Рәсәй күрһәткестәренән юғарыраҡ. Әгәр 2023 йылдың июлендә уларҙың һаны 126 мең кеше булһа, ағымдағы йылда был һан 132,3 мең кешегә еткән. Бынан тыш, республикала 226 меңдән ашыу кеше – бер йыл элеккегә ҡарағанда 22 процентҡа күберәк-үҙмәшғүл. Социаль эшҡыуарҙар һаны ла арта, улар 578 (+1,4%) теркәлгән.

2019 йылдан башҡортостанда муниципаль кимәлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме буйынса «Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре» үткәрелә башланы. Бизнеста көсөн һынап ҡарарға теләгән эшҡыуарҙар һәм граждандар үҙҙәренең проекттарын ҡарауға һәм тормошҡа ашырыуға тәҡдим итә, борсоған һорауҙар бирә һәм финанс, консультация ярҙамы сараларын һорай ала. Радий Хәбиров бындай сараларҙы үткәреүҙең оптималь форматын билдәләне.

"Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре формаль тик енә ултырып алыуға әйләнергә тейеш түгел. Эшҡыуарҙар уларҙа тиҙ яуап һәм аныҡ ҡарарҙар алырға тейеш. Был граждандарҙы ҡабул итеү һәм бизнесмендарҙың эш шарттарын яҡшыртыу буйынса проект офисы симбиозы», - тине төбәк етәксеһе.

Шул уҡ ваҡытта, 5 йыл элек, Башҡортостан Башлығы республикала бизнес-шерифтар, муниципалитет башлыҡтарының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫарҙары институтын булдырырға тәҡдим итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Һуңынан Башҡортостандың был тәжрибәһе федераль кимәлдә юғары баһа алыуҙан тыш, башҡа төбәктәрҙә лә индерелә башланы.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас