Новости
4 Август 2024, 09:55

Аварияла

йәштәр яраланған, 21 йәшлек ҡыҙ һәләк булған

АвариялаАварияла
Аварияла

Стәрлетамаҡта бөгөн төндә Хоҙайбирҙин һәм Вокзал урамдары киҫелешендә үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Төбәк дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, «ВАЗ-2112» руле артындағы 20 йәшлек водитель светофорҙың тыйыу сигналына туҡтаған «Лада Веста» менән бәрелешкән. Бәрелештән һуң "ВАЗ" хәрәкәтен дауам итә һәм һул яҡтағы бетон ҡоймаға бәрелә. Аварияла 21 йәшлек пассажир ашығыс ярҙам килгәнсе вафат була. Водитель үҙе һәм тағы ике пассажир, 21 йәшлек ҡыҙ һәм 20 йәшлек егет, төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Авария факты буйынса тикшереү үткәрелә, бер нисә экспертиза үткәреү тәғәйенләнгән.

Автор:
Читайте нас