Башҡортостан Башлығы Төркиәнең Рәсәйҙәге илсеһе менән уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу хаҡында фекер алышты Кисә хөкүмәт йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Төркиәнең Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Танжу Бильгич менән осрашты. Улар уртаҡ инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре хаҡында һүҙ алып барҙы. – 2023 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше күләме буйынса Төркиә икенсе урында тора. Республикабыҙҙа эре төрөк компаниялары эшләгән осорҙа башҡорт-төрөк мөнәсәбәттәре сағыу миҫалдарға бай булды», –тип билдәләне төбәк Башлығы Радий Хәбиров. — Мәҫәлән, «Лимак» холдингы быйыл «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты буйынса төбәктә иң мөһим инфраструктура объекты булған Көнсығыш сығыу юлының тәүге өлөшөн төҙөп бөттө. Танжу Бильгич Башҡортостан менән артабан да хеҙмәттәшлек итергә теләүен белдерҙе һәм төбәктең инвестиция күркәмлеген юғары баһаланы. «Өфөгә килгәс, төрөк бизнесы вәкилдәре менән осрашыу үткәрҙем. Эшҡыуарҙар Башҡортостанда эшләүенә бик шат», – тине ул. – Беҙҙең маҡсат – сауҙа һәм инвестицияларҙы артабан да үҫтереү». Бынан тыш, кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Башҡортостан менән Төркиә араһындағы һауа юлын артабан үҫтереү, Өфөлә Төркиәнең Почетлы консулы офисын асыу мөмкинлектәре һәм иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу мәсьәләләре тураһында фекер алышты.