+24 °С
Дождь
Башҡортостанда көслө ямғырҙар арҡаһында тау ишелеп төшөп Бөрйән районының Байназар һәм Мораҙым ауылдары араһындағы юлды япҡан. Был хаҡта БР ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итә.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, хәҙер юлдарҙы таҙартыу һәм тергеҙеү буйынса эштәр алып барыла — урында ҡотҡарыусылар оператив төркөмө эшләй.