Новости
3 Август 2024, 05:10

Афарин, күгиҙелдәр!

Улар һәр саҡ яугирҙәребеҙҙе хәстәрләй

Афарин, күгиҙелдәр!Афарин, күгиҙелдәр!
Афарин, күгиҙелдәр!

Күгиҙел ауылы халҡы махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ярҙам йыйыуҙа гел генә әүҙем ҡатнаша. Даими рәүештә махсус операция яугирҙарына посылкалар ебәреүҙе ағинәйҙәр ойошмаһы ағзалары һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары башлап ебәреүе бөтәһенә лә билдәле. Блиндаж шәмдәре әҙерләү, ойоҡ- ойоҡбаштар бәйләү, маскировка селтәрҙәре үреү, яралылар өсөн одеял-юрғандар йыйыу, аҙыҡ-түлек туплау кеүек эштәр ысын күңелдән башҡарылды. Баймаҡ районы ирекмәндәрдәр йыйылышында МХО егеттәренә ярҙам итеүселәргә Рәхмәт хаттары тапшырылды. Ошондай Рәхмәт хаты беҙҙең ағинәйҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһына, мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм китапханасыға ла килеп етте.

- Бөтәгеҙгә лә рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Иң мөһиме һалдаттарыбыҙ тиҙерәк, иҫән- һау ҡайтһын тигән изге теләктә ҡалабыҙ, -ти күгиҙелдәр. 

Изге теләктәр тормошҡа ашһын!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас