Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
2 Август 2024, 09:23

Башҡортостан спортсыһы яңы телевизион шоуҙа ҡатнаша

Был турала беҙҙең сайтта:

Туймазы ҡалаһынан 25 йәшлек Динар Хәйретдинов "Игры без границ" яңы спорт шоуында ҡатнаша.

Ул халыҡ-ара киңлектәге проект. Төрлө илдәрҙән иң көслө һаналған 64 спортсы төп приз - 10 миллион һум өсөн көс һынашасаҡ.

Проектта Ҡытай, Һиндостан Бразилия, АҠШ, Беларусия, Ҡазахстан, Иран, Үзбәкстан һәм, әлбиттә, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән иң көслөләр ҡатнашырға теләк белдергән.

Телеканалдың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Динар Хәйретдинов Туймазы районынан, Ҡандра ауылынан. Мәктәпте тамамлағас, ул Ҡазанда юғары уҡыу йортона уҡырға килә һәм Мәскәүҙә фитнес-тренер булараҡ хеҙмәт юлын башлай.

Башҡортостан егете "Игры без границ" проектына көслө һайлап алыу туры аша килеп эләгә. Динар Хәйретдиновҡа уңыштар теләйбеҙ! 

 

 

Башҡортостан спортсыһы яңы телевизион шоуҙа ҡатнаша
Башҡортостан спортсыһы яңы телевизион шоуҙа ҡатнаша
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас