Новости
31 Июль 2024, 05:30

Ҡойон

самолеттарҙы һәм вертолеттарҙы емергән...

Түбәнге Кама ҡалаһының Бигешев аэропортында ҡойон самолеттарҙы һәм вертолеттарҙы емергән. «База» телеграм-каналы хәбәр итеүенсә, Санкт-Петербург граждандар авиацияһы университетының дүрт «Даймонд-42» уҡыу-күнекмә самолеты зыян күргән. Ҡойон шулай уҡ бер вертолетҡа һәм административ биналарға зыян килтергән. Ҡыйыҡтарҙы, тышҡы фасадты емергән, ҡайһы бер урындарҙа тәҙрәләрҙе лә ҡолатҡан.

Аэропорттың ике хеҙмәткәре зыян күргән. Водитель һәм инженер-техник бүлек хеҙмәткәре төрлө йәрәхәттәр алған, улар дауаханаға барыуҙан баш тартҡан.

Автор:
Читайте нас