Ғәлиә Раева:
- Күптән түге “Һаҡмар” гәзитенең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә беҙҙең күп ҡатлы йорттар алдын (Салауат Юлаев проспектының 13-сө, 15-се, 17-се һәм Муса Йәлил урамының 17-се йорттары) даими рәүештә тәртиптә тотоу өсөн күп көс һалған Шәмсиниса апай Мәхмүтова тураһында мәҡәләне уҡып ҡыуандым. Ысынлап та, тынғыһыҙ, уңған апай ул. Уның өсөн эш сәғәте иртә менән, һауа торошоноң ниндәй генә булыуына ҡарамаҫтан, таңғы сәғәт 5-тә үк башлана, тиһәм дә хата булмаҫ, моғайын. Йорт ихатаһын, балалар һәм спорт майҙансығын даими сүп-сарҙан таҙартып, тәртипкә килтерә. Бәләкәй генә баҡсабыҙҙа сәскәләр ҙә үҫтерә. Ҡышҡыһын да беҙ иртә менән эшкә сығыуға подъезд тупһаларын боҙҙан таҙартып, һепереп ҡуя. Әйткәндәй, Шәмсиниса апайыбыҙ ихата алдын ғына түгел, уның бурысына инмәһә лә, һәр подъезға үтеп инеп, сүп-сарҙарҙы йыйып ҡуя. Оло кешенең хеҙмәтен хөрмәт итеп, беҙ ҙә һәр саҡ йәшәгән еребеҙҙе таҙалыҡта тоторға тырышабыҙ.
Шәмсиниса апайҙың фиҙаҡәр хеҙмәтенә баш эйеп, рәхмәт әйткебеҙ килә.