Баймаҡтарҙың ҡыуанысы ҙур
БР Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән старт алған “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса быйыл Баймаҡта унынсы ихата төҙөкләндерелә. Әйтергә кәрәк, улар йәмғеһе – егерме һигеҙ. Быйыл иһә “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса эштәр Тыныслыҡ урамының 25-се, С.Есенин урамының 1-се, 3-сө, С.Чекмарев урамының 17-се йорттары алдында дауам итә. Бөгөн бында һуңғы төҙөкләндереү эштәре бара.
- Быйыл объекттың яртыһы төҙөкләндереләсәк. Бының өсөн республика бюджетынан 15 миллион һум аҡса бүленгән, - тине Баймаҡ ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Радмир Иҫәнбаев. - Ҡалғаны, йәғни алты күп фатирлы йортто үҙ эсенә алған ихата алдындағы эштәр киләһе йылда дауам итәсәк. Быға Чекмарев урамының 34-се, 36-сы, 38-се, 40-сы һәм Есенин урамының 5-се һәм 7-се йорттар ҡарай.
Бөгөн бында һуңғы төҙөкләндереү эштәре бара. Юлға һәм автомобилдәр туҡталҡаһына икенсе ҡатлам асфальт япмаһы түшәргә ҡалған.
График буйынса барлыҡ эштәр сентябрҙә тамамланырға тейеш булһа ла, подрядсы ойошма уны бер айға алдараҡ файҙаланыуға тапшырырға ниәтләй.