+21 °С
Болотло
БРИКС уйындарында еңеү яулаған спортсылар ҙа, уларҙың тренерҙары ла матди ярҙам аласаҡ. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ошо хаҡта махсус Указға ҡул ҡуйҙы. Бында олимпия, паралимпия һәм сурдлимпийский уйындарына индерелмәгән дисциплиналар хаҡында бара. Беренсе урын алыусыларға финанс ярҙам - 250 мең һум, икенсе урынды яулағандарға - 200 мең һум, өсөнсөләргә 100 мең һум тәшкил итә. Донъя һәм Европа кимәлендә, шулай уҡ Донъя һәм Европа кубогы үрҙә әйтелгән спорт буйынса еңеү яулған осраҡта ла түләүҙәр ҡаралған.
Источник: https://www.bashinform.ru/news/sport/2024-07-31/sportsmeny-iz-bashkirii-poluchat-do-250-tysyach-rubley-za-pobedy-v-igrah-briks-3868360