Баймаҡта беренсе ирекмәндәр йыйылышы үтте
Был көндө халыҡ ижады үҙәгенә Рәсәйебеҙҙең ысын патриоттары йыйылған ине. Уҙған шәмбе Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса ирекмәндәр ойошмаһы етәксеһе Гөлназ Хафизованың инициативаһы менән республикала беренсе тапҡыр ирекмәндәрҙең йыйылышы үтте. Уны ойоштороуҙа район хакимиәте ярҙам күрһәтте. Сарала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың ғаиләләре, яуҙа һәләк булған батыр егеттәребеҙҙең яҡындары, бер уй һәм теләк менән янған ирекмәндәр ҡатнашты.
- Луганск һәм Донецк республикалары биләмәһендә барған махсус хәрби операцияла Баймаҡ районынан биш йөҙҙән ашыу яугир ҡатнаша, - тине район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов. – Уларҙың тыуған илгә булған һөйөүе, рух көслөлөгө, хәрби анттарына тоғролоғо һоҡландыра. Махсус хәрби операция башланғандың тәүге көндәренән үк баймаҡтар гуманитар ылау оҙата. Райондың ауыл хужалығы, сәнғәт предприятиелары, мәғариф учреждениелары, йәмәғәт ойошмалары, эшҡыуарҙар, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, хеҙмәт коллективтары һәм ирекмәндәр был тәңгәлдә әүҙем эшләй. Баймаҡ районы бөгөнгә егерме алты гуманитар ылау оҙатты. Ун дүрт “УАЗ”, “Нива” автомобиле, ете мотоцикл, туғыҙ күсереп йөрөтмәле мунса, бик күп техникаға запас частәр, антидрондар, тимер мейестәр, бензобысҡы, тепловизорҙар, хужалыҡ кәрәк-яраҡтары, төҙөлөш материалдары, йылы кейемдәр һәм башҡа бик күп әйберҙәр ебәрҙек. Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев бер нисә ылауҙы үҙе лә оҙатып барҙы. Яугирҙәр менән осрашып, уларҙың ысынбарлыҡтағы хәл-торошо менән яҡындан танышып, ниндәй ярҙам талап ителгәнен күреп ҡайтты. Бөгөн шуның өҫтөндә эшләйбеҙ. Әйтергә кәрәк, яугирҙәр менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Уларға һәр яҡлап ярҙам ойоштороуҙа ирекмәндәрҙең өлөшө ҙур. Шундай хеҙмәтегеҙ өсөн район хакимиәте, яугирҙәр исеменән рәхмәт белдерәбеҙ. Берҙәмлектә – көс!
Артабан Азат Шәрипов бер төркөм ирекмәндәргә 11-се танкистар бригадаһының штаб начальнигы В.Кузькиндың, 01591-се хәрби частың командиры А.Юдиндың һәм район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Баймаҡ ирекмәндәре ойошмаһы уҙған йылдың октябрендә барлыҡҡа килгән. Унда бөгөн меңдән ашыу кеше берләшкән. Ҡуянтау ауылында тыуып үҫеп, бөгөн Сорғот ҡалаһында йәшәгән Гөлназ Булат ҡыҙы өсөн аралар алыҫлығы ҡурҡытмай. Йыраҡтан да ул ирекмәндәрҙең эшен ойоштороуға өлгәшә. Бөгөн райондың бөтә ауылдарында ла яугирҙәргә ярҙам туплана. Ирекмәндәргә бер ниндәй күрһәтмә лә талап ителмәй, йөрәк ҡушыуы буйынса хәл итәләр.
- Махсус хәрби операция башланғас, Ҡуянтау ауылында йәшәүселәр араһында яугирҙәргә ярҙам күрһәтеүҙе башлап ебәрҙем, - тине Гөлназ Хафизова. – Тора-бара беҙгә райондың башҡа ауылдарынан да рухташтар ҡушылды. Бөгөн беҙҙең сафтар артҡандан-арта. Башлыса, яугирҙәрҙең заявкалары буйынса эштәр алып барабыҙ. Маскировкалау селтәрҙәре үрәбеҙ, автомобиль, мотоциклдар, генераторҙар, антидрондар, квадракоптерҙар, генераторҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар алабыҙ. Ирекмәндәрҙең эше бөгөн яҡшы ойошторолған. Кемдер кәрәкле тауарҙы эҙләй, һатып ала, кемдер селтәр үрә, нәски-бейәләй бәйләйҙәр, башҡа тәмле күстәнәстәр әҙерләйҙәр, гуманитар ылауҙы туплап оҙаталар. Уларҙы урынына алып барып еткереүсе водителдәребеҙ ҙә бар. Ваҡыттарын йәлләмәй, шәхси аҡсаһы менән иҫәпләшмәй, яугирҙәргә ярҙам иткән барлыҡ ирекмәндәргә ҙур рәхмәтемде белдергем килә. Тыныс күк йөҙө өсөн йәнен-тәнен аямай яуҙа йөрөгән ир-егеттәребеҙгә һәр яҡлап ярҙам итергә бурыслыбыҙ.
Артабан Гөлназ Хафизова гуманитар ярҙам ойоштороуҙа ҙур әүҙемлек күрһәткәндәр ирекмәндәргә Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Улар араһында ҡала һәм райондың төрлө өлкә хеҙмәт коллективтары, эшҡыуарҙар, ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар, студенттар, мәктәп уҡыусылары ла бар ине.
Районда маскировкалау селтәре үреү эшен ойоштороуға күп көс һалған Ярат ауылы мәктәбе директоры Миләүшә Юлдашбаева үҙенең телмәрендә бөгөн райондың төрлө төбәктәрендә пункттар асылыуы хаҡында белдерҙе. Яугирҙәрҙең заявкаларын үтәү өсөн сығымды ирекмәндәр үҙҙәре күтәрә.
Айырым иғтибар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә бирелде. Был көндө уларға ирекмәндәр йөрәктән сыҡҡан изге теләктәргә ҡушып, бүләктәр тапшырҙы. Ә инде батырҙарса һәләк булған яугирҙәр бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды.
Сара барышында ирекмәндәр сафына яңы ағзалар ҡабул ителде. Гөлназ Хафизова Ҡуянтау ауылы мәктәбенең “Изгелек нуры” төркөмөнә футболкалар һәм башлыҡтар тапшырҙы.
Юлиә Абдрахманова махсус хәрби операцияла Даян Мырҙин исемендәге полкта хеҙмәт иткән яҡындары һәм яуҙаштары исеменән Гөлназ Булат ҡыҙына Рәхмәт хаты һәм “Фронтҡа ярҙамы өсөн” миҙалы тапшырҙы.
Ирекмәндәрҙең йыйылышы уҙған ваҡытта ла яугирҙәргә гуманитар ярҙам күрһәтеү дауам итте. Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш врачы Илшат Рыҫҡужин “Дәүләт” позывнойлы яугиргә сираттағы автомобилдең асҡысын тапшырҙы. Теләгәндәр ирекмәндәрҙең махсус иҫәбенә аҡса күсереп, финанс ярҙам күрһәтте. Мерәҫ ауылы ирекмәндәре ҡуйған станок эргәһендә маскировкалау селтәре үрҙеләр. Төркмәндәр менән бергә яраланған һалдаттарҙы алып йөрөтөү өсөн носилкалар эшләнеләр. Ошонда уҡ “Һалдатҡа хат” акцияһында ҡатнашыусылар ҙа булды.
Ирекмәндәрҙең беренсе йыйылышында халыҡ ижады үҙәге артистарының һәм Ғүмәр ауылынан Мирас Үҙәнбаевтың патриотик рухта һуғарылған йырҙары яңғыраны. Сара Рәсәй гимны менән тамамланды. Уны ойоштороусылар ҙа, алып барыусылар ҙа, ирекмәндәр ҙә аяғөҫтө баҫып башҡарҙы.
Наҙгөл Хәсәнова, Ярат ауылы мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы:
- Уҡытыусыларым, ата-әсәйҙәребеҙҙең изге эштәренә беҙ ҙә, уҡыусылар ихлас ҡушылдыҡ. Интернет селтәренән ҡарап, окоп шәмдәре эшләү технологияһын өйрәндем. Атайым уның өсөн кәрәкле әйберҙәрҙе һатып алып бирҙе. Яугирҙәргә әҙ генә булһа ла ярҙам күрһәтә алыуыма шатмын.
Шамил Нәҙербаев, Мерәҫ ауыл биләмәһе башлығы:
- Үҙем дә махсус хәрби операцияла ҡатнаштым. Шунлыҡтан яугирҙәргә ниндәй ярҙам талап ителгәнен яҡшы аңлайым. Ауылдаштарым менән бөгөнгә 800 банка быҡтырылған ит әҙерләнек. Ярат ауылы халҡынан өлгө алып, үҙебеҙҙә лә маскировка селтәре үреү пунктын астыҡ. Гуманитар ылау әҙерләүгә беҙҙең ауылдан һәр кем үҙ өлөшөн индерә.
“Бикташ” позывнойлы яугир:
- Бында йыйылған инәйҙәр, апайҙар, ағайҙарҙың, хатта балаларҙың да булыуын күреп күңелем тулды. Беҙҙең артта шундай ныҡлы тыл булыуына инандым. Уларҙың ярҙамында беҙ өй йылыһын тоябыҙ. Хат та ябай ғына хаттарҙың да беҙгә ниндәй көс, дәрт өҫтәүен белһәгеҙ ине. Шундай көслө халҡыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Район хакимиәте, ирекмәндәр менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Барлыҡ яугирҙәр исеменән бөтәһенә лә ҙур рәхмәтемде белдерәм.
Морат Сибаев, Баймаҡ ҡалаһынан:
- Беҙ, водителдәр төркөмө, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға даими рәүештә гуманитар ылау ташыйбыҙ. Маскировкалау сеткаһы, кейем-һалым, запас частар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар алып барып еткерәбеҙ. Баймаҡтарға ғына түгел, республиканың башҡа төбәктәренән дә посылкалар алабыҙ. Беҙҙең яугирҙәрҙең уларҙы алып шундай ҙур ҡыуаныс кисереүен һүҙ менән генә аңлатырлыҡ түгел. Уларҙың ихлас күңелдән әйткән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм.
Илүзә Йәнтүрина, Баймаҡ:
- Минең иптәшем үҙ теләге махсус хәрби операцияға юлланды. Мөмкин тиклем бәйләнештә булып торабыҙ. Райондан гуманитар ылау оҙатҡан һайын иптәшемә посылка ебәрәм. Һәр ваҡыт барып етә, ҡулына алып тора. Район хакимиәтенә, үҙем эшләгән үҙәк ҡала дауаханаһы коллективына, айырыуса гинекология бүлеге ҡыҙҙарына ярҙамдары өсөн рәхмәт белдергем килә.
Лилиә ТАКАЕВА.
Автор фотолары: