Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
31 Июля 2024, 11:05

Башҡортостанда хәрби хеҙмәткә контракт төҙөүселәргә бер тапҡыр бирелә торған түләү 1,2 миллион һумғаса артты

РФ Оборона министрлығы менән МХО биләмәһендә хәрби хеҙмәт үтеүгә контракт төҙөгән Башҡортостан граждандары республиканан бер тапҡыр 505 мең һумға тиң түләү аласаҡ. Өфө мэрияһы өҫтәмә рәүештә – 300 мең һәм РФ Оборона министрлығы 400 мең һум түләй. Шулай итеп, Башҡортостан хәрбиҙәре дөйөм алғанда бер тапҡыр 1 миллион 205 мең һум һәм ай һайын 210 мең һумлыҡ түләү алыуға хоҡуҡлы.Контракт төҙөргә теләгәндәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән ситуация үҙәгенә – 122 йәки +7 (347) 218-19-19 телефондарына шылтырата, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктәренә мөрәжәғәт итә ала. Һайлап алыу пунктының телефоны: +7 (347) 248-29-31.Ошо хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт:

Рәсәй Президенты 1 августан 31 декабргә тиклем махсус хәрби операцияла ҡатнашыуға контракт төҙөгән яугирҙәргә 400 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

Тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Түләү РФ Оборона министрлығы менән бер йылдан күберәк мөҙҙәткә контрактҡа ҡул ҡуйғандарға түләнә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда быйыл 10 июлдән республика Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы контрактсыларға бер тапҡыр бирелә торған түләү күләме артты.

Махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеү өсөн РФ Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйған кеше бер тапҡыр республиканан 505 мең һум аласаҡ. Өфө хакимиәте өҫтәмә рәүештә 300 мең һум түләй.

Шулай итеп, 400 мең һумға тиң федераль түләүҙәрҙе иҫәпкә алып, Башҡортостандан ил һағына юлланған хәрбиҙәр бер тапҡыр 1 миллион 205 мең һум аласаҡ.

Бөтә һорауҙар буйынса төбәк халҡы ситуацион үҙәктең 122 йәки (347) 218-19-19 номерҙары буйынса, шулай уҡ “Минең документтарым” күп функциялы үҙәк офистарында мөрәжәғәт итә ала.

Һайлап алыу пункты номеры: (347) 248-29-31.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/2024-07-31/kontrakt-buyynsa-he-m-tk-yullanyusylar-a-400-me-um-t-l-n-3868647

Башҡортостанда хәрби хеҙмәткә контракт төҙөүселәргә бер тапҡыр бирелә торған түләү 1,2 миллион һумғаса артты
Башҡортостанда хәрби хеҙмәткә контракт төҙөүселәргә бер тапҡыр бирелә торған түләү 1,2 миллион һумғаса артты
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас