Башҡортостан сиркәүҙәрендә һәм мәсеттәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттарҙы ҡеүәтләп ғибәҙәт ҡылыуҙар ойоштороласаҡ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә бының өсөн көндәрҙе билдәләргә тәҡдим итте. Радий Фәрит улыныъ һүҙҙәренсә, был – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың туғандарының һәм яҡындарының үтенесе.
«Минеңсә, был мөһим. Хәҙер беҙҙең рухи тормошобоҙҙоң мөһим өлөшө – яугирҙарыбыҙҙың сәләмәтлеге өсөн, һәләк булған егеттәрҙең иҫтәлегенә доғалар бағышлау», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе төбәктең рухи лидерҙары менән кәңәшләшергә ҡушты һәм быға тиклем был барыһы ла килешелгән булыуы хаҡында белдерҙе. Был тәҡдим традицион конфессияларҙың дини лидерҙары араһында яҡлау тапты.
Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө Тәлғәт Сафа Тажетдин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысын һәм яугирҙарға һәм уларҙың яҡындарына рухи ярҙамдың мөһимлеген тулыһынса хупланы.
– Илебеҙ өсөн был етди һынау, бөгөн бөтә мәсеттәрҙә һәм ғибәҙәтханаларҙа илебеҙҙең суверенитетын һәм бойондороҡһоҙлоғон ҡыйыу һаҡлаған, ҡара көстәргә ҡыйыу ҡаршы торған яугирҙар хөрмәтенә доғалар уҡыла. Беҙ, республика мосолмандары, Башҡортостан Башлығының яугирҙарыбыҙға һәм уларҙың яҡындарына рухи ярҙамды көсәйтеү тураһындағы мөрәжәғәтен тулыһынса хуплайбыҙ. Ватаныбыҙ элек-электән илбаҫарҙарға ҡаршы тороуҙа берҙәмлек һәм теләктәшлек йәһәтенән айырылып торҙо, бөгөн, Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан, ата-бабаларыбыҙҙың данлы йолаларын оноторға ярамай. Ҡыйыу яугирҙарыбыҙҙың еңеүе өсөн доға ҡылайыҡ, уларҙың ғаиләләренә, дуҫтарына айырыуса иғтибар итәйек. Аллаһы Тәғәлә изгелек көстәренә бөтә донъяға таралырға маташҡан яуызлыҡты еңеп сығырға ярҙам итһен, – тине Тәлғәт Сафа Тажуддин.