+21 °С
Болотло
Баймаҡта уҙған милли проект сиктәрендә ойошторолған “Һаулыҡ” марафоны сиктәрендә һүрәт төшөрөүселәр конкурсы иғлан ителгән ине. Унда күп кенә балалар ҡатнашып, үҙҙәренең рәсемдәрен тәҡдим итте. Һөҙөмтәлә Урғаҙа ауылынан Зәриә Юнысбаева – Гран-при, ә Баймаҡ ҡалаһынан Аделина Әбилева беренсе урынды яуланы. Улар икеһе лә шифаханала бушлай ял итәсәк. Ә инде Лена Баймырҙина, Алтынай Шарапова, Вилә һәм Арсен Мөхәмәтовтарға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.