Новости
29 Июль 2024, 11:25

Пенсионер ҡатын алданып

фатирын һата. Аҡсаһын мутлашыусыларға биргән ҡатын урамда тороп ҡала

18 июлдә Өфөлә пенсионерға билдәһеҙ кешеләр шылтыратып, үҙҙәрен банк хеҙмәткәрҙәре тип таныштыра. Улар хәбәр итеүенсә, ҡатын йәшәгән фатирҙы мутлашыусылар үҙенә рәсмиләштерергә маташа. Торлаҡты ҡотҡарыу өсөн мөмкин тиклем тиҙерәк «фиктив һатыуҙы» рәсмиләштерергә кәрәк. Ҡурҡып ҡалған пенсионер ҡатын бер нисә көн эсендә үҙенең фатирын 4 миллион һумға һата һәм мутлашыусыларҙың күрһәтмәһе буйынса банкоматтарға йүгереп барып, аҡсаны үҙенә күрһәтелгән «хәүефһеҙ иҫәп-хисаптарға» урынлаштыра. Бер нисә көндән һуң ғына, «ҡотҡарыусылар» бәйләнешкә сыҡмағас, ҡатын шикләнә башлай. Ул полицияға килә, унда торлаҡ һатыуҙан алынған бөтә аҡсаны мутлашыусыларға ебәргәнен аңлай.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас