+24 °С
Ямғыр
Мин Есенина урамының 3-сө йортонда йәшәйем. Беҙҙең ихатала барған төҙөкләндереү эштәрен күреп шул ҡәҙәр ҡыуанам. Бөтә уңайлы шарттар тыуҙырылған балалар һәм спорт майҙансығы урынлаштырылған. Автомобилдәрҙе ҡуйыу урыны киңәйтелгән. Ихатаға асфальт япмаһы түшәлгән, йәйәүлеләр өсөн тротурар барлыҡҡа килгән. Ишек алдына сыҡһаң инде күңелле. Балаларға ғына түгел, беҙҙең кеүек урта һәм оло быуын кешеләренә лә бында шарттар тыуҙырылған ял итеү урыны буласаҡ. Майҙансыҡтың тиҙерәк файҙаланыуға тапшырылыуын көтәбеҙ. Шундай ҙур дәүләт ярҙамы һәм баймаҡтарға иғтибары өсөн республика Хөкүмәтенә рәхмәт белдергем килә.