Новости
29 Июль 2024, 06:35

Махсус рейдтар башланды

Номерың бысраҡ булһа ла, штраф һалына

Башҡортостанда ә дәүләт автоинспекцияһының «Дәүләт теркәү билдәһе»оператив-иҫкәртеү сараһы старт алды. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уның төп маҡсаты-ялған һәм эҙләүҙә булған дәүләт номерҙары булған машиналар менән идара итеүгә, шулай уҡ туҡтатылған теркәү ғәмәлдәренә бәйле административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү. Машинаның номеры яҡшы баҫылған һандар һәм хәрефтәр менән уҡыла торған булырға тейеш. Теркәү билдәһе буяуҙың юйылыуынан йәки бысраҡ йәки саң арҡаһында уҡый алмаҫлыҡ булыуы мөмкин.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас