Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
29 Июль 2024, 05:20

Был аҙнала беҙҙе ниндәй һауа торошо көтә?

Ямғырҙар ҙа буласаҡ әле

Был аҙнала беҙҙе ниндәй һауа торошо көтә?Был аҙнала беҙҙе ниндәй һауа торошо көтә?
Был аҙнала беҙҙе ниндәй һауа торошо көтә?

Бөгөн, 29 июлдә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе ихтимал. Ел көнбайыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +17,...+22 градус тәшкил итәсәк.

Шишәмбе, 30 июлдә, шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, ҡойма ямғырҙар һәм йәшен йәшнәйәсәк. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Төндә термометр бағанаһы +11,+16, көндөҙ +21,+26 градус күрһәтәсәк.

Шаршамбы, 31 июлдә, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар дауам итәсәк, ҡойма ямғырҙар һәм йәшен көтөлә. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Төндә термометр бағанаһы +11,...+16 градус күрһәтәсәк, көндөҙ һауа +21,+ + 26 градусҡаса йылынасаҡ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас