Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
29 Июль 2024, 12:45

Бәйләнеш өҙөлгән халыҡҡа

аҙыҡ-түлек, кәрәкле дарыуҙар һәм эсәр һыу ташыла...

Бәйләнеш өҙөлгән халыҡҡаБәйләнеш өҙөлгән халыҡҡа
Бәйләнеш өҙөлгән халыҡҡа

Башҡортостан буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Учалы районының Мулдаш ауылы халҡына ярҙам күрһәтә. Ҡотҡарыусылар көслө ямғырҙар арҡаһында оло ер менән бәйләнешһеҙ ҡалған халыҡҡа аҙыҡ-түлек, кәрәкле дарыуҙар һәм эсәр һыу ташый.

«Һыу баҫыу ҡурҡынысы юҡ. Хәл даими контролдә тотола», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

Шулай уҡ Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты (Белорет) ҡотҡарыусылары ташҡындан зыян күргән халыҡҡа аҙыҡ-түлек оҙата. Улар ташҡынға бәйле хәлде күҙәтә һәм ауыл халҡына ярҙам күрһәтә, тип хәбәр иттеләр комитеттың матбуғат хеҙмәтенән.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас