+21 °С
Болотло
Әбделкәримдә ҡул эше оҫталарын күтәреү, уларға иғтибарҙы арттырыу, ҡорама ҡороуҙы пропагандалау, халҡыбыҙ кәсебен тергеҙеү, йәш быуында ҡорамаға ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм Әбделкәрим ауылының ҡорама оҫтаһы Буранғолова-Һөйөндөкова Ғилмияза Мәхмүтйән ҡыҙының исемен мәңгеләштереү өсөн Хәтер кисәһе һәм ҡорама ҡороу конкурсы ойошторолдо. Был кисәлә Ғилмияза инәйзең 5 балаһы ла ҡатнашты. Конкурсанттарҙы билдәләп, бүләктәр тапшырҙылар. Хәтер кисәһен матур концерт номерҙары биҙәне.