Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
27 Июль 2024, 10:43

Баймаҡ ирекмәндәре йыйылды

Бөгөн бында Рәсәйҙең ысын патриоттары бергә тупланды.

Бөгөн Баймаҡ ҡалаһында район хакимиәтенең ярҙамы менән ирекмәндәрҙең беренсе йыйылышы бара. Әйтергә кәрәк, ул республикала тәүге тапҡыр үтте. Унда ҡала һәм райондың ирекмәндәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, махсус хәрби операцила ҡатнашыусы яугирҙәр, яуҙа һәләк булғандарҙың ата-әсәләре, туғандары, яҡындары ҡатнашты. Баймаҡ районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов, Баймаҡ ирекмәндәре ойошмаһы рәйесе Гөлназ Хафизова ирекмәндәрҙең эшмәкәрлеге тураһында һөйләп үтте. Иң әүҙемдәргә Рәхмәт хаттары тапшырылды. Халыҡ ижады үҙәгендә маскировка селтәре үреү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Яугирҙәргә хаттар яҙылды. Ирекмәндәр сафына яңы ағзалар ҡабул ителде.

Баймаҡ ирекмәндәре йыйылды
Баймаҡ ирекмәндәре йыйылды
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас