Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июль , 14:25

Юл емерелгән

юлдағылар һаҡ булығыҙ!

Юл емерелгән
Юл емерелгән

Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта 26 июлдә үҙенең социаль селтәрҙәрендә ямғырҙар һөҙөмтәһендә Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск автомобиль юлының 140 саҡрымында юл япмаһы өлөшләтә емерелеүе хаҡында хәбәр итте. Был юл участкаһы Үрге Әүжән ауылынан алыҫ түгел урынлашҡан. Юлдың емерелеү майҙаны яҡынса 30 квадрат метр тәшкил итә. Ишле - Туҡан киҫелешенән Туҡан ауылына хәрәкәт йүнәлеше буйынса ла юл өлөшләтә емерелгән. Бында емереү майҙаны — яҡынса 20 квадрат метр», - тип хәбәр итте ул.

Автомобилдәрҙә йөрөргә була, әммә бик иғтибарлы булырға кәрәк, тип билдәләне муниципалитет башлығы.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: