Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июль , 12:10

Танышам тип

аферистар ҡулына эләккән

БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфөнән тимер юл хеҙмәткәре танышыу сайттарының береһендә бәхет эҙләгән. Интернет-аралашыу һөҙөмтәһендә ул үҙенең элемтә номерын бирә һәм тиҙҙән уға мессенджерға перспективалы тәҡдим менән шылтыраталар. Тормош иптәшен эҙләү буйынса тәүге пландарҙан баш тартып, ир мөмкин тиклем булған байыу перспективаһына йәбешә. Ул биржала инвестициялауға 600 мең һумдан ашыу аҡса һала һәм был аҡсаны брокерҙар иҫәбенә күсерә. Бынан һуң уны алдаған аферистар ҙа юғала.

Тағы бер ҡатын мутлашыусыларға ышанып төрлө банктарҙан 7 миллион һум кредит ала. Уны тиҙ арала "байытырға" вәғәҙәләйҙәр. Әммә ҡатын күбәйтелгән аҡсаһын кире һорау менән уның менән бәйләнеште өҙәләр. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: