Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июль , 16:40

Талпандар

һаман ҡаҙала икән. Бигерәк тә балалар зыян күрә...

Ямғырҙарға ҡарамаҫтан, талпандарҙың әүҙемлек миҙгеле дауам итә. Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәте буйынса, һуңғы аҙнала талпан ҡаҙалып 166 кеше медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән, уларҙың һәр өсөнсөһө — бала. Ямғырлы 2024 йылда талпан ҡаҙалыу буйынса медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итеүселәрҙең күрһәткесе 21,2 процентҡа түбәнерәк, сөнки кешеләр тәбиғәттә һалҡын һауа торошонда һәм ямғырҙарҙа һирәгерәк була. Тикшерелгән талпандар араһында талпан энцефалиты вирусы менән зарарланыу 1 процент тәшкил итә, ә инфекцион боррелиоз тыуҙырыусылар 21,7 процент тәшкил итә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: