Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июль , 15:05

Күршеләрҙә - "Бөйөк дала" фестивале

рок фестивале ойошторола. 

2-3 августа Хәйбулла районында VI «Бөйөк дала» асыҡ республика башҡорт рок фестивале ойошторола. Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, фестиваль ваҡытһыҙ донъя ҡуйған легендар башҡарыусылар: «Дәрүишхан» төркөмө солисы Дим Мәннән, «Рух» төркөмө солисы Ғәзинур Биктимеров, «Рух» төркөмө гитарасыһы Ирек Атанов һәм аранжировкалаусы, барабансы Айтуған Акилов иҫтәлегенә арнала.

Фестиваль барышында «Башҡортостан Республикаһында этно-рокты үҫтереү мөмкинлектәре» түңәрәк өҫтәле була, унда рок төркөмдәре етәкселәренең ҡатнашыуы көтөлә. Лазер һәм ут шоуы, шулай уҡ лотерея уйнатыу ойошторола.

Проект милли рок мәҙәниәтенең иң яҡшы традицияларын популярлаштырыуға һәм үҫтереүгә, ҡатнашыусыларҙың һөнәри оҫталығын күтәреүгә, туған телде һаҡлауға һәм үҫтереүгә, рок музыкаһын һөйөүселәрҙе һәм башҡарыусыларҙы берләштереүгә йүнәлтелгән.

Белешмә өсөн телефондар: 8 (347) 289-65-50 – Республика халыҡ ижады үҙәге белгесе Элита Йыһангирова (Өфө), 8 (34758) 2-15-58 – Лариса Мәмбәтова (Аҡъяр ауылы), 8 (34758) 2-13-65, 2-14-76 – Гөлиә Иштанова (Аҡъяр ауылы).

Фестивалде Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Хәйбулла районы хакимиәте ойоштора.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: