Һаҡмар
-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июль , 08:45

Бурҙан ҡалыр, ут менән һыуҙан ҡалмаҫ

ти ине боронғолар. Ысынлап та хаҡ һүҙҙәр. Ут һәм һыу ғәрәсәтенә әҙәм балаһы ҡаршы тора алмай. Ниндәйҙер һаҡлыҡ саралары күреп була, әммә барыбер уларҙы еңеп булмай...

Бурҙан ҡалыр, ут менән һыуҙан ҡалмаҫ
Бурҙан ҡалыр, ут менән һыуҙан ҡалмаҫ

Оҙайлы ҡоролоҡтан һуң килгән ямғырҙарға ныҡ ҡыуандыҡ. Бар тереклек йәшәреп, матурайып киткәйне бит. Әммә хәҙер күп урынды һыу баҫа башланы.

Бындай саҡта ни эшләргә?

Иң тәүҙә документтарығыҙҙы һыу инмәй торған папкаларға һалып, үргәрәк ҡуйығыҙ.

Һыу ҡапыл килеп инеү осрағына кейеп сығып китеү кейемегеҙ әҙер булһын.

Машинағыҙ булһа, тулы заправкалы булырға тейеш.

Мал, йорт хайуандары тураһында онотмағыҙ. Һыйыр, ваҡ малды хәүефһеҙ урынға күсерегеҙ. Бәйҙә торған эттәрҙе ысҡындырырға онотмағыҙ. Бесәйҙәрегеҙҙе бергә алығыҙ. Уларҙы ҡурҡыныста ҡалдырмағыҙ.

Йылғалар янында йәшәгән кешеләргә мотлаҡ резина кәмә тоторға кәрәк.

Балаларға һыу ташҡан ерҙә йөрөргә рөхсәт итмәгеҙ.

Бәлә-ҡаза, ғәрәсәттәр урап үтһен!

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: