Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июль , 09:36

“Баймаҡта иң яҡшы подъезд – беҙҙеке”

- тине Юбилей урамының 3-сө йортонда йәшәүсе Гөлнара Ҡыуатова. -2020 йылда республика буйынса иғлан ителгән “Иң яҡшы күп ҡатлы йорт подъезы һәм ихата алды” конкурсында ҡатнаштыҡ. Һөҙөмтәлә өсөнсө урынды яуланыҡ...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

- тине Юбилей урамының 3-сө йортонда йәшәүсе Гөлнара Ҡыуатова. -2020 йылда республика буйынса иғлан ителгән “Иң яҡшы күп ҡатлы йорт подъезы һәм ихата алды” конкурсында ҡатнаштыҡ. Һөҙөмтәлә өсөнсө урынды яуланыҡ.

Гөлнара Ҡыуатова шулай еңел генә һөйләһә лә, уның артында шул ҡәҙәр тынғыһыҙ эш ята. Улар үҙҙәре йәшәгән йортҡа ысын хужаларса ҡараш менән баға. Подъезд буялған, стеналарына матур итеп этнографик һүрәттәр төшөрөлгән. Тәҙрә төптәрендә гөлдәр үҫә. Иҙәндәр һәр саҡ таҙа, сүп-сар әҫәре күренмәй. Ә подъезд ишеге инде һәр саҡ бикле, код ҡуйылған. Бында сит-яттарға инеү тыйылған.

- Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың инициативаһы менән 2019 йылда күп фатирлы йорттарҙың подъездарын төҙөкләндереү буйынса махсус программа ҡабул ителеүенә бик шатбыҙ һәм Хөкүмәтебеҙгә рәхмәтлебеҙ, - тине Гөлнара Ҡыуатова. – Шуның һөҙөмтәһендә бөхтә, ҡараулы йортта йәшәйбеҙ. Балаларыбыҙ ҙа шуны күреп үҫә. Стенаға төшөрөлгән һүрәттәрҙең геройҙарын, “Урал батыр” эпосының эстәлеген улар белеп үҫә.

Шуныһы ҡыуандыра, 2020 йылда “Иң яҡшы күп ҡатлы йорт подъезы һәм ихата алды” конкурсында ҡатнашып призлы урын яулаған подъезда бөгөн дә бөхтәлек, таҙалыҡ хөкөм һөрә. Уларҙа йәмәғәт урындарына ла хужаларса ҡараш йәшәүе һөйөндөрә.

“Баймаҡта иң яҡшы подъезд – беҙҙеке”
“Баймаҡта иң яҡшы подъезд – беҙҙеке”
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: