Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июль , 16:05

17 йәшлек Баймаҡ батыры - Нияз Зәйнәғәбдинов

Күптән түгел Нияз Зәйнәғәбдинов Донъя чемпионатында ла ҡатнашыу хоҡуғын алып, ҙур ярышта ҡатнашты. Был юлы Юлыҡ ауылы батыры егерме ике илдән килгән баһадир менән майҙан тотто. Һөҙөмтәлә...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Нияз Зәйнәғәбдиновтың исеме милли көрәшселәр араһында яҡшы таныш. Бәләкәстән майҙанға сығып көс һынашырға яратҡан үҫмер бөгөн тәжрибәле спортсыларҙан һанала. Ул район, республика араһында даими рәүештә ойошторолған төрлө ярыштарҙа сығыш яһап еңеүҙәр яулай. Һуңғы бер нисә йылда Рәсәй кимәлендә уҙғарылған турнирҙарҙа ҡатнашып призлы урындарға лайыҡ булды.

Күптән түгел Нияз Зәйнәғәбдинов Донъя чемпионатында ла ҡатнашыу хоҡуғын алып, ҙур ярышта ҡатнашты. Был юлы Юлыҡ ауылы батыры егерме ике илдән килгән баһадир менән майҙан тотто. Һөҙөмтәлә Нияз Зәйнәғәбдинов өсөнсө урынды яуланы! Баймаҡ батыры менән сикһеҙ ғорурланабаҙ! Батыр егетебеҙ тураһында айырым статья “Һаҡмар” гәзитенең алдағы һандарында донъя күрәсәк.

Әйтергә кәрәк, районда һәм республикала спортты үҫтереүгә, сәләмәт тормош алып барыуға ҙур иғтибар бирелә. Төрлө секциалар, түңәрәктәр эшләй. Маҡсатлы йүнәлештә алып барылған эш үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай, әлбиттә. Был тәңгәлдә баймаҡтар республика Хөкүмәтенә рәхмәтле. Бөгөн дәүләт ярҙамы менән ҡалҡып сыҡҡан физкультура-һауыҡтырыу комплекстарынан, “Труд” стадионынан халыҡ ағымы өҙөлмәй. Ҡалала бер-бер артлы ял һәм спорт майҙансыҡтары ҡалҡып сыға. Мәктәптәрҙә спорт залдары төҙөкләндерелә һәм төрлө спорт ҡорамалдары менән йыһазландырыла. Һуңғы ваҡытта Баймаҡта төҙөлә башлаған боҙ аренаһын һәм Темәс ауылындағы физкультура-һауыҡтырыу комплексының файҙаланыуға тапшырылыуын ҙур түҙемһеҙлек менән көтә. Боҙ аренаһы Баймаҡта яңы спорт төрөн үҫтереү мөмкинлеген бирәсәк.

17 йәшлек Баймаҡ батыры - Нияз Зәйнәғәбдинов
17 йәшлек Баймаҡ батыры - Нияз Зәйнәғәбдинов
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: