Новости
25 Июль 2024, 09:25

Ул – йорттарҙың йоҙағы

Эйе, беҙҙең Шәмсиниса апай Мәхмүтова күптән инде хаҡлы ялдға сыҡҡан. Быйыл февралдә ул үҙенең 70 йәшлек матур юбилейын билдәләгән. Ләкин бөгөн дә хеҙмәт юлын дауам итеүе һоҡландыра. Сәләмәт тормош алып бара, спортты ярата. Күңеле матурлыҡҡа ынтылған апай үҙенә һалынған бурыстар менән генә сикләнеп ҡалмай, йорт алдарындағы баҡсаларҙы тәрбиәләй. Сәскәләр үҫтерә. Подъездарға ла үтеп инеп, таҙартып сығара...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Шәмсиниса Мәхмүтова тураһында уңған хужабикә, егәрле хеҙмәткәр, алсаҡ, тормошто яратып ҡабул иткән ханым, тиҙәр. Ул егерме өс йыл инде “Баймаҡ коммуналь хужалығы фонды” ЯСЙ-һында эшләй. Тап уның уңған ҡулдарынан күп фатирлы йорт алдарында матурлыҡ тыуа.

Шәмсиниса апайҙың эш көнө иртә таң менән башлана. Һауа торошона ҡарап тормай ул. Ҡыштары ҡарҙан таҙартып юл һала, боҙлауыҡтарҙы алып ташлай, яҙлы-көҙлө иһә тынғыһыҙ ҡулдарға тағы ла эш күберәк өҫтәлә. Халыҡ уянып, иртәнсәк тышҡа сығыу менән уларҙы тирә-яҡта бөхтәлек ҡаршы ала. Бындай матурлыҡты урамдарҙы тәртипкә килтереүсе булып эшләгән Шәмсиниса Хөсәйен ҡыҙының тынғыһыҙ хеҙмәте икәнлеген улар яҡшы аңлап ҡабул итә.

- Шәмсиниса апай беҙҙең йорттоң йоҙағы, - тип әйтһәк тә була, - тине ошо йорттарҙа йәшәүсе Разифа Хәмитова. – Һәр кем менән яҡшы мөғәмәлә. Яҡты йөҙлө, изге күңелле кеше. Уның тынғыһығыҙ хеҙмәтенә рәхмәттән башҡа һүҙебеҙ юҡ.

Шәмсиниса апайға Баймаҡ ҡалаһының Салауат Юлаев проспектының 13-сө, 15-се, 17-се һәм Муса Йәлил урамының 17-се йорттарҙың ихаталарын тәртиптә тотоу бурысы һалынған.

- Үҙ эшемде яратып башҡарам, - ти Шәмсиниса апай. – Эшләп өйрәнгәс, пенсияла ултырып, нисек түҙмәк кәрәк? Ә былай һәр ваҡыт хәрәкәттәмен. Көн һайын алдыма маҡсат ҡуйып эшләйем һәм йәшәйем. Халыҡҡа уңайлы шарттар тыуҙыра алыуыма, уларҙан рәхмәт һүҙҙәре ишетеүем мине дәртләндереп кенә ебәрә. Хеҙмәтемде күрә белгәндәре өсөн уларҙың үҙҙәренә рәхмәт. Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары менән ҡабул ителгән “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса былтыр беҙҙең йорттарҙың алдында шундай ҙур күләмле эш башҡарылды. Балалар һәм спорт майҙансығы, автомобиль ҡуйыу урындары, ял итеүгә айырым зона ҡалҡып сыҡты. Тротуар яңыртылды, асфальт япмаһы түшәлде, урамдар яҡтыртылды. Йорттарҙың ҡыйыҡтары яңыртып ябылды, подъездарҙа ремонт үтте. Ҡыуанысыбыҙҙың сиге юҡ. Шундай ҙур ярҙамдары өсөн тәү сиратта Радий Фәрит улына, республика һәм район хөкүмәтенә рәхмәт кенә белдерәбеҙ. Бындай матурлыҡ булған ерҙе һаҡларға тейешбеҙ.  

Эйе, беҙҙең Шәмсиниса апай Мәхмүтова күптән инде хаҡлы ялдға сыҡҡан. Быйыл февралдә ул үҙенең 70 йәшлек матур юбилейын билдәләгән. Ләкин бөгөн дә хеҙмәт юлын дауам итеүе һоҡландыра. Сәләмәт тормош алып бара, спортты ярата. Күңеле матурлыҡҡа ынтылған апай үҙенә һалынған бурыстар менән генә сикләнеп ҡалмай, йорт алдарындағы баҡсаларҙы тәрбиәләй. Сәскәләр үҫтерә. Подъездарға ла үтеп инеп, таҙартып сығара. Уның фиҙаҡәр хеҙмәте район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.

Шәмсиниса апай биш балаға ғүмер бүләк иткән. Бөгөн бер улы махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Әсә кешенең балаларына фатихаһын биреп, доғалар ҡылып, уларҙың ҡыуаныстарын кисереп ултырыуы һөйөндөрә.

Лилиә ТАКАЕВА.

Фото:

Ул – йорттарҙың йоҙағы
Ул – йорттарҙың йоҙағы
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас