+21 °С
Болотло
Республикала сәләмәт тормош алып барыуға айырым иғтибар бирелә. Нефтекамала Башҡортостан пенсионерҙарының спартакиадаһы башланды. Ул өс көн дауам итәсәк. Спорт байрамында төрлө район һәм ҡалаларҙан “көмөш быуын” атлеттары дартс, шахмат, йөҙөү, еңел атлетика, өҫтәл теннисы һәм башҡа ярыштарҙа көс һынашасаҡ.
Спартакиада еңеү яулағандар республика йыйылма командаһы составына инәсәк. Улар көҙгөһөн Кемеров ҡалаһында Рәсәй пенсионерҙары спартакиадаһында Башҡортостан Республикаһының намыҫын яҡлап сығыш яһаясаҡ.
Сығанаҡ: ТГ "Юлдаш" радиоһы