“Башҡорт ихаталары” программаһы ярҙамында Баймаҡ ҡалаһының йөҙө бөтөнләй икенсе төҫ алыуын бер кем дә инҡар итә алмай. Тап уның арҡаһында ҡалабыҙ икенсе һулыш алды, тип ышаныслы әйтергә мөмкин. Советтар Союзы заманында төҙөлгән йорттарҙы, емерелгән ҡоймаларҙы, ҡотһоҙланып ҡалған ихата алдарын төҙөкләндереүҙә уның роле ғәйәт ҙур. Рәшәткә менән уратып алынған баҡсаларҙағы тәртипһеҙ рәүештә, йәйелеп үҫкән ағастар ҙа биҙәмәй ине.
Республика Башлығы Радий Хәбировтың халыҡҡа уңайлыҡтар тыуҙырыу маҡсатында иғлан ителгән был дәүләт программаһы, ысынлап та халыҡ өсөн уйланылғанын баймаҡтар яҡшы аңлап ҡабул итә. Бөгөн ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар төҙөкләндерелгән урамдар, тротураҙар буйлап үтә, шарттар тыуҙырылған ял итеү урындарында була, спорт менән шөғөлләнә. Был - "Башҡорт ихаталары" программаһы һөҙөмтәһе.