+24 °С
Ямғыр
Баймаҡ ҡалаһында БР Йәмәғәт палатаһы менән осрашыу бара. Ойошманың урындағы вәкилдәре халыҡтан килгән һорауҙар буйынса ниҙәр эшләнеүе тураһында отчет бирә.
Күптәрҙе борсоған Сибай - Аҡъяр юлы проблемаһы ла күтәрелде. Мәғлүм булыуынса, республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса был юлда капиталь ремонт бара. Быйылғы көслө ямғырҙар эште тотҡарлай, әммә ремонт дауам итә. Уның барышын республика Хөкүмәте контролдә тота.