+24 °С
Ямғыр
Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Бүздәк районында һәләк булған һәм зыян күргән кешеләр менән юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен асыҡлай. Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көндөҙгө сәғәт өстә м-5 «Урал» автомобиль юлының 1356-сы саҡрымында 38 йәшлек водитель Lada Xray руле артында ҡаршы килгән «КамАЗ» йөк машинаһы менән бәрелешкән. Аварияла еңел автомобиль водителе урында уҡ һәләк була, уның пассажиры төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Ваҡиға урынында дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре эшләй. Юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт асыҡлана, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.