Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
24 Июль 2024, 11:30

Ҙур спорт байрамы үтәсәк

Әҙер булығыҙ!

Ҙур спорт байрамы үтәсәк

Баймаҡ районында спортҡа һәм сәләмәт тормошҡа айырым иғтибар бирелә. Йәш быуынды сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү маҡсатында, төбәктә төрлө спорт саралар йыш үтә, һәр мәктәптә секциялар эшләй, спорт залдары заман талаптарына яуап бирерлек йыһазландырыла.

Бөгөн районда 10 август – физкультурниктар көнөнә арналған ҙур спорт байрамына әҙерлек бара. Программаға ярашлы Талҡаҫ күле буйлап марафаон үтәсәк. Бынан тыш Баймаҡ ҡалаһының “Труд” стадионында футболсылар өсөн турнир уҙасаҡ. Ә инде Иҫән ауылында волейболсылар көс һынашасаҡ.

Башҡортостанда спорт сараларының береһен тантаналы асҡан ваҡытта республика Башлығы Радий Хәбиров: “Тренер – ул физик йәһәттән яҡшы үҫешкән, ҡыйыу, етеҙ спортсы ғына түгел, ысын кеше тәрбиәләүсе лә. Ул беҙгә барлыҡ күңелен, йөрәген, һаулығын бирә”, – тип билдәләгәйне. Был ысынлап та шулай. Сәләмәт кеше генә айыҡ һәм аныҡ аҡыл менән эш итә.

Ҙур спорт байрамы үтәсәк
Ҙур спорт байрамы үтәсәк
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас