+24 °С
Ямғыр
БР Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән иғлан ителгән “Республикала күп ҡатлы йорт подъездарын комплекслы ремонтлау” программаһы буйынса Баймаҡта ла төҙөкләндереү эштәре барҙы. Уның ярҙамында байтаҡ ҡына күп фатирлы йорттар капиталь ремонтланды. Атап әйткәндә, өс йылда 64 подъезд яңы һулыш алды.
Быйыл иһә ҡаланың Есенин урамындағы йорттарҙа шундай уҡ эштәр башҡарыла. Саралар шул йорттарҙа йәшәүселәрҙең фатир өсөн түләүҙәр иҫәбенә яһала. Бөгөн Есенин урамының 1-се йортондағы подъездарҙа косметик ремонт тамамланған. Почта йәшниктәре яңыртылған, ағастан яһалған тәҙрәләр пластиктарға алмаштырылған. Әлеге ваҡытта шундай уҡ эштәр 3-сө йортта башланып тора.