Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
24 Июль 2024, 04:31

Исем өсөн башҡарылған эш түләнмәйәсәк!

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров йорт алды ихаталарын ремонтлау буйынса программаны тормошҡа ашырыу өсөн аныҡ бурыстар ҡуйҙы. Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәтте ул үҙенең социаль селтәрендәге сәхифәһендә әленән-әле иҫкәртеү яһай.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров йорт алды ихаталарын ремонтлау буйынса программаны тормошҡа ашырыу өсөн аныҡ бурыстар ҡуйҙы. Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәтте ул үҙенең социаль селтәрендәге сәхифәһендә әленән-әле иҫкәртеү яһай. "Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса Баймаҡта ла эштәр әүҙем бара. Һөҙөмтәләре ҡыуанырлыҡ. Ҡалала быға ҡәҙәр булмаған үҙгәрештәр күҙгә ташлана. Уларҙы халыҡ үҙе ҡабул итеп алып, подрядсыларға рәхмәттәрен белдерҙе. Алдағы йылдарҙа ла был программаның уңышлы эшләүен теләйбеҙ.

Исем өсөн башҡарылған эш түләнмәйәсәк!
Исем өсөн башҡарылған эш түләнмәйәсәк!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас