Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
24 Июль 2024, 03:45

Иң тәмле ҡымыҙ кемдеке?

Республиканың муниципаль райондары хакимиәттәре конкурс уҙғарылғанға тиклем кәм тигәндә 10 көн алда иң яҡшы ҡымыҙ етештереүселәрҙе һайлап алырға тейеш...

Иң тәмле ҡымыҙ кемдеке?Иң тәмле ҡымыҙ кемдеке?
Иң тәмле ҡымыҙ кемдеке?

Башҡортостанда ҡымыҙ эшләүселәрҙең республика конкурсы үтәсәк. БР ауыл хужалығы министрлығының тейешле бойороғо рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Конкурс Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың "Башҡорт аты" фестивале тураһында"ғы  указына ярашлы, ҡымыҙ эшләүселәр араһында һөнәри оҫталыҡта иң көслөләрҙе асыҡлау, алдынғы тәжрибә уртаҡлашыу һәм» ҡымыҙ эшләүсе һөнәрен популярлаштырыу маҡсатында уҙғарыла. Конкурсты ойоштороу Һәм үткәреү "Аҡбуҙат" үҙәгенә йөкмәтелде. Башҡорт тоҡомло аттарҙы өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү институтына конкурсты әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә ярҙам күрһәтергә тәҡдим ителде.

Республиканың муниципаль райондары хакимиәттәре конкурс уҙғарылғанға тиклем кәм тигәндә 10 көн алда иң яҡшы ҡымыҙ етештереүселәрҙе һайлап алырға һәм БР райондарының баш зоотехниктары оҙатыуында иң яҡшы ҡымыҙ етештереүселәр конкурсында ҡатнашыуын тәьмин итергә тейеш. Конкурс еңеүселәрен һәм призерҙарын бүләкләү тантанаһы "Башҡорт аты" фестивале барышында үткәрелә. Быйыл да ул Граф күле буйында 15-16 августа үтәсәк.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас