Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
24 Июль 2024, 12:55

Батып үлгән 9 йәшлек баланың

кәүҙәһе табылған

Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары 24 июлдә Илсеғол ауылы янында йылғаның түбәнге ағымында батып үлгән ҡыҙҙың кәүҙәһен тапҡан. Был хаҡта дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр. 9 йәшлек ҡыҙ 21 июлдә Миәкә районының Илсеғол ауылы эргәһендәге Дим йылғаһында йыһазландырылмаған урында һыу ингәндә батып үлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ике ҡыҙ һыу ятҡылығында һыу инеп йөрөгән, ҡапыл уларҙың береһе бата башлаған. Икенсе ҡыҙ дуҫын ҡотҡарырға маташа, әммә күреп ҡалған кешеләр уны һыуҙан сығара, бәлки, шулай итеп уны һәләкәттән һаҡлап ҡалғандарҙыр. Күреүселәр үҙ көстәре менән батып үлгән ҡыҙҙы табырға маташа, әммә таба алмайҙар. Шул саҡта ашығыс хеҙмәттәр саҡырыла.

Автор:
Читайте нас