Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
24 Июль 2024, 11:03

Башҡортостанда ҡойма ямғыр яуыуы көтөлә

Алдағы тәүлектә төндә...

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 25 июлдә урыны менән көслө ямғыр, оҙайлы көслө ямғыр һәм көслө ҡойма яуын көтөлә.

Алдағы тәүлектә төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр фаразлана. Көньяҡ-көнсығыш райондарҙа көслө ямғыр яуыуы көтөлә. Көндөҙ урыны менән йәшен, боҙ-борсаҡ. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан, тиҙлеге секундына 8-13 метр, урыны менән секундына 15-20 метрға етеүе ихтимал. Һауа температураһы төндә +10, +15°, көндөҙ +15, +20°. Ямғыр ваҡытында автомобиль юлдарында күреү мөмкинлеге 500-1000 метр.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, аҙнаның икенсе яртыһы Башҡортостанда ямғырлы һәм һалҡынса була.

Башинформ:

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-07-24/na-bashkiriyu-obrushatsya-silnye-livni-mchs-3860132

Башҡортостанда ҡойма ямғыр яуыуы көтөлә
Башҡортостанда ҡойма ямғыр яуыуы көтөлә
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас