Новости
24 Июль 2024, 13:45

Аныҡ эштәр программаһы

һәм халыҡтың әүҙемлеге ярҙам итте

Аныҡ эштәр программаһыАныҡ эштәр программаһы
Аныҡ эштәр программаһы

Аныҡ эштәр проекты сиктәрендә Татлыбай ауылы советы халҡы Абдрахман ауылының зыяратын тәртипкә килтергән. 300 метрлыҡ кәртәләү майҙанына 152 меңлек төҙөлөш материалы бүленгән. Халыҡ тарафынан йыйылған 320 мең аҡсаға тимер япма материалдар һатып алынған. Был изге эшкә район советы депутаты Ринат Сабитов та үҙ өлөшөн индергән. Ул етәкләгән «Цезарь» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөлөш эшендә ҡулланыу өсөн өс тоннанан ашыу цемент иҙелмәһе әҙерләп биргән.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас