Новости
23 Июль 2024, 11:10

Подъездар таҙа булһын

БР Башлығы Радий Хәбировтың инициативаһы менән 2019 йылда күп фатирлы йорттарҙың подъездарын төҙөкләндереү буйынса махсус программа ҡабул ителде. Был яңылыҡты ла баймаҡтар ҙур ҡыуаныс менән ҡаршы алды. Сөнки йылдар буйы ремонт әҫәре күрмәгән поъездарҙы, ниһайәт, ремонтлау мөмкинлеге килеп тыуғайны.

БР Башлығы Радий Хәбировтың инициативаһы менән йылда күп фатирлы йорттарҙың подъездарын төҙөкләндереү буйынса махсус программа ҡабул ителде. Был яңылыҡты ла баймаҡтар ҙур ҡыуаныс менән ҡаршы алды. Сөнки йылдар буйы ремонт әҫәре күрмәгән поъездарҙы, ниһайәт, ремонтлау мөмкинлеге килеп тыуғайны.

Әйткәндәй, ошо уҡ йылда ҡаланың һигеҙ күп фатирлы йорттоң 20 подъезы яңы һулыш алды. 2020 йылда иһә биш күп ҡатлы йорттоң 16 подъезында капиталь ремонт эштәре алып барылды. Юбилей урамының 3-сө йорттоң дүртенсе подъезы республика кимәлендә иғлан ителгән “Иң яҡшы подъезд” конкурсында өсөнсө урынды яуланы. 2021 йылда иһә шундай уҡ конкурста Тыныслыҡ урамының 17-се йорттоң беренсе подъезы икенсе урынға сыҡты.  Әйткәндәй, был йылда туғыҙ күп фатирлы йорттоң 28 подъезында төҙөкләндереү эштәре алып барылған ине.

Подъездар таҙа булһын
Подъездар таҙа булһын
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас