+24 °С
Ямғыр
Нефтекамала йәштәр Аксель ҡушаматлы дөйәне цирктан алып сығып, ҡала буйлап "экскурсия" ойоштора. Социаль селтәрҙәрҙә хәбәр ителеүенсә, дөйә «Круиз» цирк-шапитоһыныҡы. Артистар үҙҙәренең сығыштарын тамамлай һәм йоҡларға ята. Был ваҡытта урындағы егеттәр дөйәне урамға сығара, уның менән ҡала буйлап йөрөй, ә һуңынан кире «өйөнә»ҡайтара. Билдәле булыуынса, цирк директоры был хәл тураһында социаль селтәрҙәрҙән белгән. Ул полицияға ғариза яҙған. Әлеге ваҡытта полиция ваҡиға менән бәйле кешеләрҙе асыҡлай. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк, ти хоҡуҡ һаҡсылары.