Башҡортостанда башланған уңыш йыйыуға дөйөм алғанда 3,9 мең самаһы иген йыйыу комбайны йәлеп ителәсәк. Был уҙған йылға ҡарағанда 140 берәмеккә күберәк. Шул уҡ ваҡытта 80 комбайнды аграрийҙар 2024 йылда һатып алған, тип хәбәр иттеләр төбәктең ауыл хужалығы министрлығынан. 2019 йылдың башынан 2024 йылдың июненә тиклем Башҡортостан аграрийҙары 12 миллиард һумға яҡын суммаға 1,2 меңдән ашыу иген йыйыу комбайны һатып алған. БР Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов аңлатыуынса, был тракторҙарҙың уртаса ҡуланылышын 18 йылдан 16,7 йылға тиклем кәметеүгә, иген культураларын һуғып алғанда бер комбайнға йөкләнеште 510-ҙан 440 гектарға тиклем кәметеүгә булышлыҡ иткән.Тимәк, был миҙгелле баҫыу эштәрен оптималь агротехник сроктарҙа үткәрергә, һауа торошо күренештәренән хәүефте кәметергә кәметергә мөмкинлек бирә.